Башҡортостан делегацияһы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса рәсми сәфәр менән Ҡытайға килде.
Программа бай һәм төрлө пландағы: партнерҙар менән осрашыуҙар, республикабыҙҙың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу, Харбинда «Рәсәй-Ҡытай ЭКСПОҺЫ» форумында ҡатнашыу һәм башҡалар. Башҡортостан өсөн Ҡытай төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек булдырылған иң яҡын партнерҙарыбыҙҙың береһе булып тора.
Әлеге ваҡытта Ҡытайҙың өстән бер өлөшө менән килешеүҙәр төҙөлгән, тип билдәләне үҙенең телеграм-каналында төбәк хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров. "Хәтерегеҙгә төшөрәм, былтыр ноябрҙә республикабыҙ делегацияһын шанхайҙа, Наньчанда һәм башҡа ҡалаларҙа ҡунаҡсыл ҡабул иттеләр. Сәфәр һөҙөмтәләре Башҡортостан-Ҡытай хеҙмәттәшлеге йүнәлештәрен тағы ла нығытты".