+24 °С
Ямғыр
Бөгөн иртәнсәк Белорет ҡалаһының 25-се һанлы балалар баҡсаһында янғын сыға. Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереүселәр утты тиҙ арала һүндереүгә өлгәшә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут электр энергияһына тоташтырылған йылытыу ҡоролмаһы розеткаһынан сыҡҡан.
"Уттан зыян күреүселәр юҡ. Янғын һүндереүселәр килгәнгә ҡәҙәр 9 хеҙмәткәр һәм 4 бала үҙ аллы эвакуацияланған. Янғынды һүндереүгә 16 кеше һәм 7 техника йәлеп ителде", - тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: МЧС России по РБ