Сибайҙа сираттағы мутлашыусылар курьерын ҡулға алғандар. Полицияға 76 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә, ул «һеҙҙең туғанығыҙ юл фажиғәһенә эләкте» тигән мутлашыусыларҙың стандарт схемаһының ҡорбаны була.
Пенсионерға 4 майҙа шылтыратып, "ейәнсәрегеҙ авария яһаны" тип хәбәр итеүҙәре хаҡында һөйләй. Ейәнсәренә ярҙам итер өсөн пенсионер ҡатын курьерға 100 мең һум аҡса бирә. Оперативниктар тиҙ арала енәйәтсе тип фаразланған кешенең эҙенә төшә. Ғәйепләнеүсе урындағы колледждың 18 йәшлек студенты булып сыға. Әлегә алынған мәғлүмәттәр буйынса, егет үҙе эшкә алыуҙы һорап мутлашыусыларға сыға. Аҡсаны алырға егетте бер тапҡыр ғына ебәрәләр, ә һуңынан киләһе заданиены көтөргә ҡушалар. Полиция бүлегендә ғәйепләнеүсе ғәйебен таный. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.