Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Май 2024, 14:32

Батырлыҡ дәресе үтте

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

БАТЫРЛЫҠ ДӘРЕСЕ.

Ишей ауылынла уҡыусы балалар менән ағинәйҙәр ҡатнашлығында "батырлыҡ дәресе" үткәрҙек. Был сараға хеҙмәт ветерандары, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Ғәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Хөсәйенова менән Фәриҙә Ильяс ҡыҙы Хажина саҡырылды. Ғәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы бала сағы, ауыр тормош, мәктәп йылдары хаҡында һөйләне. Нормалап ҡына бирелгән икмәк менән тамаҡ туймауы, яҙ етеү менән ағай - апайҙарға эйәреп йыуаға, ҡуҙғалаҡҡа, ҡымыҙлыҡҡа йөрөүҙәрен иҫкә алды. Йәй етеүгә емеш - еләк, һарыналар өлгөргәс бер аҙ тамаҡ туйып ҡала торғайны тип хәтерләне Гәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы. Фәриҙә Ильяс ҡыҙының улы әлеге мәл яуҙа. Ул спорт мастеры. Уҡтан атыу буйынса, бокс менән дә төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, почетный грамоталар, кубоктар, иҫәпһеҙ - һанһыҙ миҙалдар менән бүләкләнгән. (Батырыбыҙҙың миҙалдарын уҡыусылар күкрәгендә күрәһегеҙ.) Фәриҙә Ильяс ҡыҙы улының ҡаҙаныштары тураһында һөйләп кенә уҙманы. Ә уның миҙалдарын алып килеп балаларға күрһәтте. Хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Вәлимә Мазһар ҡыҙы Баймөхәмәтова ла һуғыштан һуңғы үҙенең бала сағын, мәктәп, студент йылдарын һөйләп үтте. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, ер йөҙөнә, тыуған илебеҙгә тыныслыҡ килһен, һалдаттарыбыҙ имен - һау тыуған яҡтарына, ата - әсәләре, балалары, ғаиләләре янына әйләнеп ҡайтһындар тигән теләк менән тамамланыҡ дәресебеҙҙе.

Хәлидә ағинәй.

Батырлыҡ дәресе үтте
Батырлыҡ дәресе үтте
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас