Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Май 2024, 10:10

Республикала һигеҙ көндән ашыу дауыл булды

Әле лә көн рәтләнмәй әле...

Республикала һигеҙ көндән ашыу дауыл булдыРеспубликала һигеҙ көндән ашыу дауыл булды
Республикала һигеҙ көндән ашыу дауыл булды

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һигеҙ көн рәттән һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәрткәйнеләр. 6 майҙан төбәктә көслө ел иҫә башланы. Ҡайһы берҙә секундына 26 метр тиҙлеккә тиклем көсәйҙе, шулай уҡ юлдарҙа күреү мөмкинлеге насарҙы, көслө ямғырҙар һәм ҡырауҙар күҙәтелде.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, көслө ел көсәйеүе тураһында 531 хәбәр килгән, йышыраҡ Иглин районы һәм Өфө халҡы мөрәжәғәт иткән. Мәҫәлән, Иҫке Турбаҫлы ауылында ел мәктәп ҡыйығын өлөшләтә йолҡоп алған. Зыян күреүселәр юҡ, уҡыу процесы боҙолмаған.

Шулай уҡ бөгөн төндә ҡайһы бер райондарҙа ҡар яуыуы күҙәтелде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас