Президент Владимир Путинға Белгородты Украина яғынан утҡа тотоу һәм торлаҡ йорттоң подъезын емереү тураһында хәбәр иттеләр, тип хәбәр итә «Интерфакс» дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песковҡа һылтанып. "Президент Владимир Путин ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министр вазифаһын башҡарыусы Куренковтың һәм Белгород өлкәһе губернаторы Гладковтың Киев режимының вәхшиҙәрсә ракета һөжүме һөҙөмтәһендә Белгородта емерелгән торлаҡ йорт подъезы тирәһендәге хәл тураһында докладтарын тыңланы. Бөтә кәрәкле йөкләмәләр бирелде", - тине Песков.
12 майҙа көндөҙ бәреп төшөрөлгән украин ракетаһы фрагменты Белгородтың көньяғында Щорс урамындағы ун ҡатлы йортҡа эләгә, унда подъезд тулыһынса емерелеп төшә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ике кеше һәләк булған, 20 кеше зыян күргән. Зыян күреүселәр араһында ике бала — ай ярымлыҡ бала һәм 16 йәшлек үҫмер бар. Шулай уҡ емереклектәр менән көрәшкән ҡотҡарыусылар яралана