Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Май 2024, 05:55

Юғалған үҫмерҙәр һаман табылмаған әле

Бөгөн эҙләү эштәренең 43-сө көнө...

Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары юғалған 13 йәшлек Павел Паличевтың һәм 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовтың ҡырҡ өсөнсө эҙләү көнөнә йомғаҡ яһаны. Белгестәр катерҙа Ағиҙел йылғаһының 34 км акваторияһын һәм яр һыҙығын тикшерҙе.

Өфөлә үҫмерҙәрҙе эҙләү дауам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 30 мартта эҙләү штабында булды һәм юғалған уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән аралашты. Республика етәксеһе эҙләү эштәрен туҡтатмаҫҡа ҡушты.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас