Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Май 2024, 11:25

Һөрөм еҫенән бер ҡатын һәм ике бала һәләк булған

Йылыныу өсөн духовканы асып ҡуя...

Октябрьскийҙа күп фатирлы йортта фажиғә булған. Урындағы ҡатын фатирҙы йылытыу өсөн духовкаһын яндырып асып ҡуя.  Һөҙөмтәлә ул ейәндәре менән бергә  һөрөмлө газ менән ағыулана. Фатир хужабикәһе үҙе вафат була, ике бала реанимацияла ауыр хәлдә ятып мәрхүм була.

Фатир хужабикәһе 1961 йылда тыуған, балалар 2017 һәм 2018 йылғытип хәбәр итте  Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. 

Мәрхүмдәрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас