Новости
11 Май 2024, 06:15

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Бер кеше һәләк булған...

Стәрлетамаҡ-Белорет трассаһында «Фольксваген Амарок» һәм «Дэу Нексия»автомобилдәре ҡатнашлығында ауыр юл-транспорт ваҡмғаһы теркәлгән. Фажиғә Ишембай районының Петровское һәм Янурусово тораҡ пункттары араһында булған. Юғары тиҙлектә бәрелешкәндән һуң, внедорожник кюветҡа оса, ә «Дэу Нексия» янып китә. Хәбәр ителеүенсә, "Нексия" ла пассажир һәләк булған, ә водитель һәм тағы ике пассажир, шул иҫәптән балиғ булмаған бала, йәрәхәттәр менән Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас