+24 °С
Ямғыр
Бөгөн төндә һәм иртән g5 юғары кимәлендәге (биш баллы шкала буйынса) экстремаль көслө магнит дауылы күҙәтелә. Был һуңғы 20 йылда иң көслө магнит дауылы.
Поляр нурҙар 40 градусҡа тиклемге киңлектәрҙә күҙәтелә. Башҡортостанда ла аяҙ күктә күренгән. Ҡояш Ер шарына һөжүм итеүен дауам итә. Алдағы сәғәттәрҙә ҡояштың тағы өс һөхүме көтөлә.
Дауыл ял көндәрендә лә дауам итеүе ихтимал, тип хәбәр итә Өфө планетарийы.