Новости
10 Май 2024, 05:15

Көн ҡасан йылыныр?

Синоптиктар 12 майҙа һауа температураһы йылына башлай тип фаразлай. Ышанаһығыҙмы?

Көн ҡасан йылыныр?Көн ҡасан йылыныр?
Көн ҡасан йылыныр?

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 10 майҙа республикала урыны менән епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы фаразлана. Төндә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә яуым-төшөмдөң көсәйеүе, шулай уҡ ҡырау төшөүе ихтимал. Урыны менән көслө ел иҫеүе көтөлә. Температура төндә -1,-6° һәм көндөҙ +5,+10° тирәһе була.

11 майҙа йәнә епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Елден көсәйеүе ғкүҙәтеләсәк, әммә ул уртасаға алмашына. Температура төндә 0, +5, көндөҙ +8, +13 градусҡаса күтәрелә.

12 майҙа Башҡортостанда йәшәүселәрҙе урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтә. Ел  көньяҡтан еиҫә  урыны менән көсәйә. Төндә һауа температураһы +3, +8°, ә көндөҙ күптән көтөлгән +13, +18° етә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас