Беҙҙең тыныс тормош өсөн башын һалған, беҙҙең аяҙ күк өсөн алһыҙ-ялһыҙ көрәшеп еңеү яулаған батырҙарыбыҙға һәм МХО-ла ҡатнашыусы егеттәргә ярҙам маҡсатынан ойошторолған хәйриә концертының икенсе көнө Ишбирҙе ауылында үтте. Көн боҙолоп туҡтауһыҙ ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан ауылдаштар әүҙем генә йыйылды. Йылым һәм Ишбирҙе ауылы һәүәҫкәрҙәренең сығыштарын тамашасылар дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. Ишбирҙе ауылы Ҡоролтай ойошмаһының тәҡдиме менән ойошторолған сара бик уңышлы үтте тип иҫәпләйбеҙ. Һәр беребеҙҙең ихлас күңелдән һалынған аҡсаһы һис шикһеҙ ярҙам буласаҡ илебеҙҙе һаҡлаусыларға. Дөйөм йыйылған аҡса Йылым һәм Ишбирҙе ауылынан бергә- 41770 һум булды. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, йыйған аҡсаларыбыҙ файҙаға булһын инде, Алла бирһә! Зәбирә Халиҡова, Мәҙәни ойоштороусы.