Уларҙың даны ҡайтты
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташ яугирҙәребеҙ тураһында мәғлүмәттәр туплайым. Бөгөн шуларҙың икәүһе тураһында яҙып үтергә теләйем. Үҙҙәре ҡайта алмаһа ла, уларҙың даны ҡайтты.
Хәбир Әмир улы Һунаршин 1913 йылда Йомаш ауыл Советына ҡараған Исмаҡай ауылында донъяға килә. 1941 йылда фронтҡа алына. 1942 йылдың ғинуарынан 19-сы уҡсы дивизияһының 32-се уҡсы полкында уҡсы булып һуғышҡа инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо уҡ йылдың 22 мартында Смоленск өлкәһенең Клячино ауылы эргәһендә исемһеҙ ҡалҡыулыҡ өсөн утыҙ сәғәт буйы барған тиңһеҙ алышта дошман ДЗОТ-ын баҫып алғанда һәләк була. Күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
Полк командиры майор Баталов һәм полк комиссары Нечаев уның хаҡында бына нимә яҙа: “1942 йылдың 3 мартында Смоленск өлкәһенең Клячино ауылы районында барған көсөргәнешле алыштарҙа, Кривая урманы ситенә табан һуҙылған траншеяларҙы метр артынан метрға оҙонайтып, иптәш Һунаршин башҡа яуҙаштары менән бергә урманға яҡынайғандан-яҡынайҙы. Траншеялар үргә – исемһеҙ ҡалҡыулыҡ түбәһенә менде. Бында улар дошмандың көслө утына эләкте. Ҡалҡыулыҡ бөтә яҡтан да дошмандар өсөн асыҡ ине. Ҡыйыу яугирҙәр шуға ҡарамаҫтан ныҡ торҙо. Дошман уларҙы бер нисек тә яулап алған рубеждан ҡыуып төшөрә алманы.
Үҙ уттарының файҙаһыҙлығына тамам ышанған немецтар бик күп һанлы ғәскәре менән “психик” атакаға күсте. Дошмандарҙы яҡын ебәреп, беҙҙең егеттәр көслө ут асты. Фашистар уға сыҙамай, кире сигенде. Өлкән сержант Лихачев етәкселегендәге бөр төркөм яугир, шул иҫәптән иптәш Һунаршин да дошманға иҫенә килергә ирек бирмәй, улар артынан атакаға ташланды. Батырҙар уларҙан бер тотам да ҡалмай немец ДЗОТ-ын баҫып барып инде. Дошман бөтә көсөн беҙҙекеләр яулап алған ике ДЗОТ-ҡа күсерҙе. Һөҙөмтәлә көслө ут иптәш Һунаршин һәм уның ун алты яугире ҡалған подразделениенан айырҙы һәм улар ярҙамдан ситтә ҡалды. Фашистар ДЗОТ-тарҙы кире баҫып алырға маташып, тағы ла бөтә көсөн шунда ташланы. Беҙҙең егеттәр ике атаканы кире ҡаҡты. Немецтарға ярҙамға танк килде һәм ул тура наводка менән беҙҙең батырҙар яулап алған ДЗОТ-ты утҡа тота башланы.
Тиңһеҙ алыш утыҙ сәғәт дауамында барҙы. Беҙҙең батырҙарыбыҙҙың сафы һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе. Ҡыҙылармеец Хәбир Һунаршин да дошман пуляһынан батырҙарса һәләк булды. Ул үлгәндә лә ҡулынан ҡоралын төшөрмәне. Иптәш Һунаршин һәм уның яуҙаштары һәләк булһа ла, исемдәре беҙҙең йөрәктә мәңге һаҡланыр.
Немец илбаҫарҙарына ҡаршы алышта күрһәткән батырлығы өсөн иптәш Хәбир Һунаршин Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланыуға лайыҡ”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был награда туғандарына килеп етмәй.
“Хәтер китабы”нда Хәбир Һунаршин тураһында бик ярлы ғына мәғлүмәт бирелгән. “Көнсығыш фронтының 5-се армия уҡсы дивизияһының 32-се уҡсы полкында уҡсы булып һуғыша. 23.03.1942 йылда яуҙа һәләк була. Смоленск өлкәһенең Долгое ауылында ерләнгән”, - тип кенә яҙылған. Полк командиры майор Баталовтың наградаға тәҡдим иткән ҡағыҙынан, Көнсығыш фронттың командующийы, армия генералы Г.К. Жуковтың бойороғонан Хәбир Һунаршиндың ниндәй батырлыҡ күрһәткәнен һәм наградаға лайыҡ булғанын асыҡ беләбеҙ. Шуныһы ҡыҙғаныс, уның бер генә лә фотоһы һаҡламаған.
Тағы ла бер ауылдашыбыҙ - Халиҡ Ҡорбанғәле улы Юнысбаев. Ул 1914 йылда Йомаш ауылында тыуған. 1941 йылда фронтҡа алына һәм 51-се Ҡыҙыл Байраҡлы Витебск уҡсы дивизияһында 300-сө артиллерия полкында батарея наводчигы булып һуғышҡа инә. Литваның Добиш ауылы эргәһендә дошман танкыларына ҡаршы тиңһеҙ алышта һәләк була.
300-сө артиллерия полкы командиры майор Гавриленко Халиҡ Ҡорбанғәле улы күрһәткән батырлығы өсөн наградаға тәҡдим иткән ҡағыҙында түбәндәге юлдар бар: “Батарея наводчигы ефрейтор Юнысбаев дошмандың өс танкыһы атакаға килгәндә, уларҙың көслө утына ҡарамаҫтан, үҙ орудияһынан ут асып, уларҙың береһен юҡ итте. Үҙе дошман снарядының ярсығы эләгеп ҡаты яралана, ләкин немецтарға ҡаршы ут асыуын дауам итә. Орудиеға дошман снарядының тура тейеүенән үҙ посында һәләк булды. Күрһәткән батырлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланыуға лайыҡ”.
Халиҡ Ҡорбанғәле улы ошо ҡаһарманлығы өсөн 22 гвардия уҡсы корпусы командиры, гвардия генерал-майоры Черниковтың 1944 йылдың 9 ноябрендә ҡабул ителгән 0116-сы бойороғо менән үлгәндән һуң II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Ләкин был награда ла тапшырылмай ҡала.
“Хәтер” китабында яҙылғанса, “Халиҡ Юнысбаев 51-се Витебск уҡсы дивизияһының 300-сө артиллерия полкында наводчик булып һуғыша. 12.10.1944 йылда яуҙа батырҙарса һәләк була. Литваның Добиш ауылында ерләнгән”, - тигән мәғлүмәттәр генә бирелә. Полк командиры майор Гавриленконың наградаға тәҡдим иткән яҙмаһынан Халиҡ Ҡорбанғәле улының ниндәй батырлыҡ күрһәткәнен асыҡ беләбеҙ.
Тарихын онотҡан халыҡтың киләсәге юҡ, тигән бөйөк философ Шиһабетдин Мәржәни. Был ысынында ла дөрөҫ һүҙҙәр. Бөгөнгө тыныс тормош, халҡының бәхете, киләсәге өсөн үҙ ғүмерен аямаған ҡаһарман яугирҙәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Батырҙарға мәңгелек дан!
Йәғәфәр Йәнәлин.
Йомаш ауылы.
Фото: Халиҡ Юнысбаев.