+21 °С
Болотло
Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолсора, Муллаҡай, Үрге Иҙрис һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, араларында тыл ҡаһармандары ла бар.Тап уларҙың батырлығы, тылда фиҙаҡәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеү яуланған.
Ҡолсора ауылында үткән Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналарҙа Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың тормош юлдашы Сөйөмбикә Рәхим ҡыҙы ла йыл һайын ҡатнаша торғайны.Йомаш ауылынан булһа ла, һуғыштан һуң Әҙеһәм Ғәле улы тап ошо төбәктә уҡытыусы булып эшләгән һәм Муллаҡайҙа ерләнгән.