Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Май 2024, 13:00

Атайымдың йәшлеге ил һағында үтте...

Бер көн шулай атайымдарҙың полкы ҙур алышҡа әҙерләнә. Уны бер һалдаты менән разведкаға ебәрәләр. Кире ҡайтҡанында алмағас, грушалар үҫкән ҙур баҡса аша үтергә тура килә. Егеттәрен һыйларға, тип юл тоҡсайҙарына алма-груша тултыра башлай. Шул ваҡытта 6 немец һалдаты пәйҙә була. Атайым граната ташлап уларҙы юҡ итә. Шартлау тауышын ишеткән совет һалдаттары “Ура!” ҡысҡырып атакаға күтәрелә һәм дошмандың позицияһын яулап ала...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Атайымдың  йәшлеге ил һағында үтте...

Атайыбыҙ Фәйзулла Зәйнулла улы Абулғазин 1925 йылдың 15 октябрендә Беренсе Этҡол ауылында донъяға килгән. Зәйнулла Әхмәтсафа улы менән Яңылбикә Йосоп ҡыҙының ғаиләһендә атайым беренсе бала булып тыуған. Ҡартатайым бик йыуаш, тыныс холоҡло, кеше йәнле булған. Ә Яңылбикә ҡартәсәйем, киреһенсә, оҙон буйлы, еңел хәрәкәтле, ҡурҡыу белмәҫ, дыуамал холоҡло булған. Атайым да бәләкәстән теремек, тәүәккәл, ҡурҡыу белмәҫ булып үҫә.  

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ир-егеттәр фронтҡа алына. Атайымды Зәйнулла ҡартатайым менән бергә Икенсе Этҡол ауылындағы “Үрнәк” колхозында һуғышҡа ебәреү өсөн тәғәйенләнгән аттарҙы тәрбиәләү эшенә беркетәләр. 1943 йылдың 9 ғинуарында ул хәрби сафҡа алына. Шулай итеп, 23 февралдә 17 йәшлек кенә егет тыуған илен һаҡлауға хәрби ант бирә. Уның менән бергә Буранбайҙан Зәбих Нәүшербанов, Ғариф Буранбаев, Фәйзрахман Сыртлановтар ҙа алына. Хәрби әҙерлекте улар Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһында үтәләр. Яңылбикә ҡартәсәйем күстәнәстәрен алып, атайым эргәһенә бер тапҡыр барып өлгөрә. Һуғыштан ҡайтҡан Зәбих олатай ҙа был хаҡта һуңынан иҫкә алып: “17 йәшлек балаларға күстәнәстәрен тейәп килеп еткән Яңылбикә апай ҙур байрам ойошторғайны, уны ҡыуанып ҡаршы алдыҡ. Икенсегә әсәйемде лә бергә алып килә. Ләкин беҙ ул ваҡытта һуғышҡа инеп өлгөргәйнек. Шунлыҡтан күрешә алманыҡ”, – тип һөйләне.

1943 йылдың 25 июлендә алты ай хәрби әҙерлек үткән егеттәргә кесе сержант званиеһы биреп, шул иҫәптән атайымды ла, фронтҡа оҙаталар. Ул Украина фронтының 54-се мотобригадаһы составында автоматсы булып һуғышҡа инә. Днепр йылғаһын үтеп, Киевты немец фашистарынан азат иткәндә ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Яралары уңалыу менән ҡайтанан ҡулына ҡорал ала. Бында уны 304-се уҡсылар дивизияһына ебәрәләр һәм 809-сы уҡсылар полкында бүлексә командиры булып хеҙмәтен дауам итә. Атайым Фәйзула Зәйнулла улы дошман оборонаһына күп тапҡыр разведкаға барып ҡайта. Ул алған “тел”дәр кәрәкле мәғлүмәттәр бирә.

Бер көн шулай атайымдарҙың полкы ҙур алышҡа әҙерләнә. Уны бер һалдаты менән разведкаға ебәрәләр. Кире ҡайтҡанында алмағас, грушалар үҫкән ҙур баҡса аша үтергә тура килә. Егеттәрен һыйларға, тип юл тоҡсайҙарына алма-груша тултыра башлай. Шул ваҡытта 6 немец һалдаты пәйҙә була. Атайым граната ташлап уларҙы юҡ итә. Шартлау тауышын ишеткән совет һалдаттары “Ура!” ҡысҡырып атакаға күтәрелә һәм дошмандың позицияһын яулап ала. Был ҡыйыулығы өсөн атайым III дәрәжә Дан ордены менән наградлана. “Батырлыҡ өсөн” миҙалын атайыма беҙҙең һалдаттарға алға күтәрелергә ирек бирмәй, туҡтауһыҙ ут асҡан нөктәне юҡ иткәне өсөн тапшыралар. Бынан тыш “1941-1945 йылдарҙа фашистик Германияны еңгән өсөн”, “Кавказды обороналаған өсөн” һәм башҡа наградаларға лайыҡ була.

1943 йылда - мотоуҡсылар дивизияһының 54-се бүлексәһендә кесе сержант, 1945 йылда 354-се уҡсылар дивизияһында өлкән сержант һәм ошо уҡ йылда старшина званиеһын ала. 1944 йылда – 304-се уҡсылар дивизияһында бүлексә командиры, 1945 йылда - взвод командиры ярҙамсыһы, 1947 йылда - дивизия командиры ярҙамсыһы, 1948 йылда бүлексә командиры булып хеҙмәт итә. Минск, Киев, Житомир, Прага ҡалаларын, Германия ерҙәрен немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнаша.  

Атайым Бөйөк Еңеүҙе Чехословакия ерендә, Прагала ҡаршылай. Ләкин уға тиҙ генә тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырға насип булмай. 1946 йылда ҡыҫҡа ғына отпуск бирәләр. Артабан ул Германияның Берлин ҡалаһында хеҙмәтен дауам итә. Атайым 1950 йылда ғына бөтөнләйгә ҡайтып төшә.

Еңеү һалдаты шунда уҡ тыуған ерен тергеҙеү өсөн еңдәрен һыҙғана. Тәүҙә ул балалар йортонда хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләй, һуңынан ир-егет ҡулы талап ителгәнлектән, колхозға күсә. Бер үк ваҡытта үҫмер егеттәрҙе һуғыш серҙәренә, мылтыҡ тоторға өйрәтә. Шулай итеп, ул ҡара таңдан ҡара кискә тиклем эшкә сума. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереп, иген сәсеү, малсылыҡ, үҫемлекселек тармаҡтарында намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн”, “Ленинға 100 йыл тулыу хөрмәтенә” миҙалдары менән наградлана. 1970 йылда “Хеҙмәт ветераны” билдәһенә лайыҡ була.

1952 йылда атайым Ғәҙелбай ауылы ҡыҙы Аҫылбикә Рыҫбаеваға өйләнә. Әсәйемә һуғыш башланғанда 16 ғына йәш була. Ләкин ул да ололар менән бер рәттән колхоз эшенә егелә. Хәтижә Рыҫбаева инәй менән бергә ат егеп бесән дә, иген дә ташый, ер тырмата, ер һөрә... Әсәйем ул саҡтарҙа тиңдәш ҡыҙҙары Әсмә Шырмаева, Маһинур Ҡасҡынова һәм Маһира (фамилияһын онотҡанмын) апайҙар менән бергә эшләй.

Атайым менән әсәйем ете балаға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беребеҙ тыуғас та үлеп ҡала. Атайыбыҙ ҙа бик иртә, 1971 йылдың 27 майында, 46 йәшендә генә беҙҙең аранан китеп барҙы. Әсәйебеҙгә ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхете тейҙе. Ләкин уның да баҡыйлыҡҡа күсеүенә байтаҡ йылдар йылдар үтте.

Зәтүнә Килмәкова.

Беренсе Этҡол ауылы.

Атайымдың  йәшлеге ил һағында үтте...
Атайымдың йәшлеге ил һағында үтте...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас