Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май , 16:40

Баймаҡтың яу ҡыҙына - награда!

Беҙҙең ҡыйыу яу ҡыҙы, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, батырҙарыбыҙҙы ҡотҡара...

Баймаҡтың яу ҡыҙына - награда!
Баймаҡтың яу ҡыҙына - награда!

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров төп байрамыбыҙ – Еңеү көнө алдынан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Рәсәй президенты, ил етәкселеге, республика халҡы исеменән һеҙгә хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарығыҙ, Ватанға лайыҡлы хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Бөгөн мин «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының бер төркөм хәрби хеҙмәткәрҙәренә, көс ведомстволары вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырам. Беҙ һеҙҙән ҡыйыу, сыҙамлы һәм антҡа тоғро булырға өйрәнәбеҙ.

Бүләкләнеүселәр араһында ысын геройҙар бар. Беҙҙең хәрби медиктар Айгөл Йосопова һәм Илфир Сәмиғуллин кеүектәр яу яланында, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып,  яугирҙәрҙе ҡотҡара.

Яҡташтарыбыҙ яуҙа юғары профессионализм күрһәтә. Мәҫәлән, сапёр Кирилл Калягин. Миномет уты аҫтында ул һөжүм итеү өсөн тиҙ арала плацдармды миналарҙан таҙарта алған. Шулай итеп, штурм отряды дошмандың оборонаһын өҙгән.

Хөрмәтле яугирҙәр, беҙ һәр берегеҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙҙең ҡаһарманлыҡ тураһында китаптар яҙырҙар, фильмдар төшөрөрҙәр тип ышанам. Беҙ һеҙгә тиҙерәк еңеү яулап, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ», - тине Радий Хәбиров.

Бөгөн тотош республика «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!» тигән девиз аҫтында эшләй, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Беҙҙең оборона, машиналар эшләү предприятиелары эшселәре армияны ҡорал һәм техника менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Улар араһында ысын хеҙмәт геройҙары бар.

«Бөгөн беҙ иҡтисад тармаҡтары эшселәрен дә бүләкләйбеҙ. Төҙөүселәр, аграрийҙар, эшселәр, уҡытыусылар, тренерҙар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәтселәр һәм башҡалар ҙа дөйөм еңеү өсөн эшләй.

Күренекле артист һәм режиссер Олег Хановтың спектаклдәрендә бер нисә быуын тамашасы һәм артистар ысын илһөйәрҙәр булып үҫте. Барыбыҙ ҙа Рәсәй Президентының уға «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында ҡарарын ҡыуанып ҡабул иттек. Хөрмәтле Олег Закир улы, һеҙҙе ысын күңелдән лайыҡлы исем алыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар!

Һәр берегеҙгә бөгөн: «Рәхмәт!», - тибеҙ. Һеҙҙең батырлыҡ, яуаплы хеҙмәт, ихлас ватансылыҡ өсөн. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бөгөн 70-тән ашыу яҡташыбыҙ  Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән билдәләнде.

Автор:
Читайте нас: