+24 °С
Ямғыр
Бөгөн Бөйөк Еңеүгә арналған мөһим саралар үтте. “Еңеү” паркында, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған мемориал янында митингтар уҙғарылды.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙең сығыштары күңелдәргә үтеп инде. 1-се мәктәп коллективы, уҡыусылары юғары ойошҡанлыҡ, әүҙемлек күрһәтте.
Үҙәк майҙанда Тынлыҡ минуты үтте.
Бөйөк Еңеүгә мәңгелек дан!