Новости
7 Май 2024, 10:45

Ысын йәшен булырмы икән?

МЧС-тан телефонға ҡырау ҙа ҡырау, һыуыҡ тигән смс хәбәрҙәр генә килә ине, яңы аптыратып бөтөнләй икенсе хәбәр килеп төштө...

Ысын йәшен булырмы икән?Ысын йәшен булырмы икән?
Ысын йәшен булырмы икән?

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала йәшен һәм елдең секундына 16-21 метр тиҙлектә иҫеүе фаразлана.

Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән секундына 16-21 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +15, +20°.

Төндә һәм иртән автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан төшә, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насарая.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас