Бөгөн, 7 май Ишмырҙа ауыл китапханаһында "Һуғыш балалар- күңҽл яралары" исемле һуғыш осоро балалары мҽнән осрашыу үтте. Сараға Рәхимова Зәкиә, Тотманова Сания, Сапарова Фәрзәнә инәйҙәр саҡырылдылар.
Бала саҡтары аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән, һуғыш осоро балалары, ошо матур, тыныс тормошто бүләк итеүсе ветерандарыбыҙ һынаулы ғына ҡалып бара. Улар ауыр һуғыш йылдарын хәтерләп иҫкә алдылар, үҙҙәренең күңел төбөндәге мәңге онотолмаҫ хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Һуғыш башланғанда улар бәләкәй генә балалар булып ҡалыуҙары, тылдағы ауыр тормошто күреп, аслы-туҡлы булһалар ҙа ауырлыҡҡа бирешмәй, ололар менән бер рәттән Енеүҙе яҡынайтыр өсөн тырышыуҙары тураһында һөйләнеләр. Балаларға "ошондай матур тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ", тигән теләктәрен белдерҙеләр. Балалар үҙ сиратында инәйҙәрҙҽ хөрмәтләп, шиғыр һөйләп, йырҙар йылап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, байрам менән ҡотланылар. Һуғыш осоронда күргән ауырлыҡтары, тураһында хәтерләгәндә ветерандарыбыҙҙың күңелдәре тулып, күҙҙәренә йәш тулып, тауыштары ҡалтырап китеүе генә уларҙың ниндәй михнәттәр аша үтеүҙәрен аңларға була. Шуға ла тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек, уларҙы ололайык, хөрмәт итәйек!
Ләлә Тләүсина,
Ишмырҙа ауылы китапханасыһы.