Новости
7 Май 2024, 10:30

Һәр бишенсе талпан... ауырыу тарата

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, миҙгел башынан республиканың медицина ойошмаһына талпан ҡаҙалыуы менән 2159 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың һәр өсөнсөһө-бала...

Башҡортостанда тикшерелгән һәр бишенсе талпан инфекциялы булып сыҡҡан. Был хаҡта Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, миҙгел башынан республиканың медицина ойошмаһына талпан ҡаҙалыуы менән 2159 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың һәр өсөнсөһө-бала.

"Талпандарҙы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыу — 1,2%, инфекцион боррелиоз тыуҙырыусылар — 17,2%», — тиелә санитар ведомство белдереүендә.

Урманға йәки паркка барғанда, аяҡ кейемен юғарыраҡ күтәрегеҙ, ә салбарҙы аяҡ кейеменә тығығыҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Акарицид һәм репеллент саралар тураһында онотмағыҙ. Һәр 15-20 минут һайын үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы талпандарға ҡарап тороғоҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас