+21 °С
Облачно
Баймаҡ ҡалаһының “Труд” стадионында “Еңеү кубогы”на футбол буйынса асыҡ турнир үтте. Унда биш: ҡаланың 2-се, 3-се мәктәптәре, 4-се лицей, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынан командалар көс һынашты.
Һөҙөмтәлә 2-се мәктәп командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынды - Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, өсөнсөгә 4-се лицей командалары алды.
Рәиф Минкаев - “Иң яҡшы һөжүмсе”, Заһир Боҫҡонов – “Иң яҡшы һаҡсы”, Солтан Арсланов – “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Ильяс Ишбаев “Иң яҡшы уйынсы” номинацияларында билдәләнде.
Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар һәм Почет грамотлары тапшырылды.