+24 °С
Ямғыр
Бөйөк Еңеүҙең 79-сы яҙын ҡаршылайбыҙ. Уға ярашлы районда күп кенә саралар уҙа. Ошо көндәрҙә Баймаҡ лицей-интернатының директор урынбаҫары Рәсимә Моратова етәкселегендәге "Беренселәр хәрәкәте" ойошмаһы уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапованың өйөндә ҡунаҡта булды. Улар хужалыҡ эштәрендә ярҙам күрһәтте. Һуңынан Валентина Потапованың һуғыш хәтирәләрен тыңланы.