Рәсәй Хөкүмәте ағымдағы йылдың 31 авгусына тиклем Рәсәйҙән шәкәр экспортын тыйҙы. Был эске аҙыҡ-түлек баҙарының тотороҡлолоғон һаҡлау өсөн эшләнә. Бөтә етештерелгән шәкәр йәй аҙағына тиклем илдә ҡаласаҡ, тимәк, хаҡтар һиҙелерлек арта алмаясаҡ. Йәйгеһен шәкәр айырыуса ҙур һорау менән файҙалана.
Стратегик яҡтан мөһим продуктты бик сикләнгән күләмдә Евразия иҡтисади союзының бер нисә иленә экспортларға рөхсәт ителә: Беларусь — 5 мең тонна шәкәр, Әрмәнстанға — 28 мең тонна, Ҡырғыҙстанға — 28,5 мең тонна, Ҡаҙағстанға — 120 мең тонна.
Рәсәй шәкәрҙәре иң арзан һәм шуға күрә талап ителгән экспорт продукттарының береһе. Башҡортостандың ике шәкәр заводы ағымдағы йылдың ғинуар–апрелендә сит илгә 8,4 миллион долларлыҡ продукция һатҡан, тип хәбәр итә бр ауыл хужалығы министрлығы. Был 2019 йылдың ғинуар–апреленә ҡарағанда 12 тапҡырға күберәк.