«Яңы мәктәбебеҙ менән танышырға килгәндә Р.Ф. Хәбиров : "Һеҙгә тағын нимә менән ярҙам итәйек?" - тип һорағанына, " Беҙҙең ауылға заманса хоккей коробкаһы булһа шәп булыр ине"- тиеүемә, "Булдырабыҙ!"-тип ҡыуандырғайны.
Ниһәйәт, ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашыр мәл етте . Оҙайлы май байрамдарында беҙ өс прицеп таҡҡан "Камаздар" менән Нефтекама ҡалаһынан барып барлыҡ ҡорамалдарҙы тейәп алып ҡайттыҡ. Бик тиҙҙән "Салауат Юлаев" хоккейсылары шөғөлләнгән ҡумтала беҙҙең спортсылар шыуа башларҙар.
Ә бөгөн инде рәхмәттәр өләшә торған көн. Район хакимиәтенә алып ҡайтыу менән бәйле бар сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алыуҙарына рәхмәт, "Торос" командаһы етәкселәренә, быйала ташыу өсөн ҡорамал табып биргән Радик дуҫыма, "камазистар" Ильнурға,Әхәткә, Маратҡа, йөктө тейәшеп - оҙатып ҡайтҡан Фаил менән Флоридҡа һәм бушатышырға килгән "Атайсал" ХК егеттәренә ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ!».
Сибай Утарбаев,
Иҫке Сибай ауылы.