Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Май 2024, 04:05

Кешеләрҙе ҡотҡарған үҫмерҙәр наградланды

Улар хәүефле мәлдә үҙҙәрен уйламай, кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн ҡыйыу эш иткәндәр...

«Экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарғанда ҡыйыу һәм тәүәккәл эш иткәне өсөн» миҙалы менән Красногорскиҙың 19-сы мәктәбе уҡыусылары Артем Донсков менән Ислам Хәлилов, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Мәскәү колледжы студенты Никита Иванов наградланды.

Донсков менән Хәлилов «Крокус»та гардеробсылар булып эшләгән һәм террорсылар һөжүм иткән ваҡытта кешеләрҙе хәүефле ерҙән сығарырға ярҙам иткән. Хәлилов әйтеүенсә, ул концерт залынан 100-ләгән кешене эвакуациялаған. Донсков һөйләүенсә, тамашасыларҙы эвакуациялауҙа гардеробтың тағы дүрт-биш хеҙмәткәре ҡатнашҡан.  Ике үҫмер ҙә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белованан Рәхмәт хаты алды. Хәлилов шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының дини лидеры, мөфтөй шәйех Рауил Ғәйнетдиндан «Күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалын алды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас