Синоптиктар фаразынса, алдағы көндәрҙә республикала һалҡын һауа торошо көтөлә.
Бөгөн урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, иртән төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +7, +12°.
3 майҙа төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, төндә төньяҡта ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән 0, -5° һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ +6, +11°.
4 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы, төндә иһә урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°,урыны менән 0, -5°һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +4, +9°.