Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Апрель 2024, 06:30

"Мофазал" ҡоҙоғо ремонтланды

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

#Һәмәнауылы #ЙәшелБашҡортостан #Экологикөмә #Таҙакесаҙна #Сылтыршишмә Һәмән ауылының ир-егеттәре "Сылтыр шишмә" акцияһы сиктәрендә "Мофазал ҡоҙоғо"н һәм шишмә сығанағын кәртәләне. Ауыл старостаһы Азамат Йәрмөхәмәтов үҙенең шатлығы менән уртаҡлаша: "Беҙҙең ауылда берҙәм, татыу, ярҙамсыл халыҡ йәшәй. Яҙ көнө генә түгел, һәр ваҡыт экологик өмәләр йыш үтә. Күп ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар бер өмәнән дә ситтә ҡалмай. Күмәкләп эшләгәнгә лә эшебеҙ ырамлы бара. Һәр береһенә һаулыҡ, ғаилә именлеге насип булһын! Һәр ваҡыт шулай әүҙем булайыҡ!" Райхана Булатова.

"Мофазал" ҡоҙоғо ремонтланды
"Мофазал" ҡоҙоғо ремонтланды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас