Новости
27 Апрель 2024, 13:10

"Инвитро" яңы бинаға күсте

Пациенттары арта барған медицина учреждениеһы яңы бинаға күсте. Бында шулай уҡ халыҡтың һаулығын хеҙмәтләндерәсәк яңы заманса медицина ҡорамалдары килтерелгән...

"Инвитро" яңы бинаға күсте"Инвитро" яңы бинаға күсте
"Инвитро" яңы бинаға күсте

Кешеләр бер-береһенә иң изге теләктәрен еткергәндә иң тәүҙә һаулыҡ теләй. Сөнки сәләмәт кеше емертеп эшләй ҙә, рәхәтләнеп йоҡлай ҙа, кәйеф-күңеле лә күтәренке була.

Хәҙер дәүләт медицина учреждениелары менән берлектә шәхси клиникалар ҙа эшләй башланы. Быға халыҡтың үҙ һаулығына иғтибарлыраҡ була барыуы, сиратһыҙ ғына теләгән табибына күренеү теләгенән дә киләлер.

Бөгөн беҙ күптән хыялланған маҡсатыбыҙға ирештек. Был йәһәттән мине ҙурыраҡ эштәргә тотонорға ынтылыш биргән тормош иптәшем Айнурға, шулай уҡ әсәйҙәребеҙгә, туғандарыбыҙға. дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт, тине “Инвитро” шәхси клиникаһы директоры Анна Вәлиева. - Беҙ эшләгән ваҡыт эсендә беҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙең тик рәхмәт һүҙҙәрен ишетеүе ҡыуаныслы. Беҙ халыҡтың ихтыяжынан сығып эш итәбеҙ. Йыш ҡына кешеләр үҙҙәренә ниндәй табип йә анализдар йәки тикшеренеүҙәр кәрәклеге тураһында белдерә. Беҙ был һорауҙы эшкә алып, уны йәһәтерәк хәл итергә тырышабыҙ. хәҙер инде барыһын да беҙҙең яңы бинаға саҡырабыҙ.

"Инвитро"ның яңы бинаһын асыу йыр-моң, күңелле уйындар алып барылды. Бәхетлеләр 10 мең, 5 мең, 3 мең, 1 мең һумлыҡ сертификаттар ҙа отто. 

 Шулай итеп, "Инвитро"ның яңы адресы - Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 2Ж/2. Рәхим итегеҙ!

Тулыраҡ материалды "Һаҡмар" гәзитендә уҡырһығыҙ.

"Инвитро" яңы бинаға күсте
"Инвитро" яңы бинаға күсте
"Инвитро" яңы бинаға күсте
"Инвитро" яңы бинаға күсте
"Инвитро" яңы бинаға күсте
"Инвитро" яңы бинаға күсте
Автор:
Читайте нас