+24 °С
Ямғыр
#башҡорттелендәдиктант #башдиктант #башдиктант2024
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү. Ишбирҙе мәктәбе лә был саранан ситтә ҡалмай, йыл да ҡатнашып килә. Быйыл да уҡыусылар, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре башҡорт теле буйынса үҙ грамоталылығын һынаны. Был бик мөһим һәм кәрәкле сара, сөнки тел аша халыҡтың рухи мираҫы еткерелә. Тел йәшәһә, халыҡ та йәшәй. Айгөл Иҙелбаева.