#БашҡортТҽлҽнәнДиктант
Башҡортостан халҡы мҽнән бҽрлҽктә, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейының педагогик коллективы һәм уҡыусылары "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" акцияһында ҡатнаштыҡ!
Лицейыбыҙҙа сара мәғариф бүлегенән килгән ҡунаҡтарҙы йыр менән ҡаршы алыуҙан башланып китте. Артабан ҡунаҡтар, диктант яҙыу өсөн, кабинеттарға саҡырылды. Шуныһы ҡыуаныслы, был акцияға мәғариф ветерандары ла әүҙем ҡушылды. Ҡунаҡтарыбыҙ мәғариф бүлегенән Гөлшат Камил ҡыҙы Сирғәлина һәм мәғариф ветераны Вәсимә Ғәли ҡыҙы Ямантаеваның матур теләктәре менән диктант яҙыуға күстек. Мәктәп уҡыусылары менән берлектә акцияға Балалар ижады үҙәге педагогтары, үҙебеҙҙең барлыҡ уҡытыусылар ҡушылды. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр араһынан 231, ә телде яҡшы белеүселәрҙән 242 кешегә "2024 йылда "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" халыҡ-ара белем биреү акцияһында ҡатнашыуын раҫлаусы" Сертификат тапшырылды. Ойоштороусыларҙың һәм ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева