Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель , 12:25

Йәшенле ямғыр килә

Башҡортостанда аномаль эҫе көндәргә алмашҡа ямғырҙар һәм йәшен килә, тип фаразлай синоптиктар...

Йәшенле ямғыр килә
Йәшенле ямғыр килә

Башҡортостанда аномаль эҫе көндәргә алмашҡа ямғырҙар һәм йәшен килә. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн, 23 апрелдә, төбәктә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы +23, +28°.

Иртәгә, 24 апрелдә, төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10, +15°,төньяҡта +5°, көндөҙ +15, +20°, төньяҡ-көнсығышта +10° тиклем.

Автор:
Читайте нас: