Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель , 14:20

Диктант яҙабыҙмы?

2024 йылдың 27 апрелендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Диктант Өфө ваҡыты буйынса сәғәт 11-ҙә башлана. Диктанттың өс кимәле бар:— башланғыс кимәл;— телде яҡшы кимәлдә белеү;— төньяҡ-көнбайыш диалектты белеү.Акция ике форматта үтәсәк...

Диктант яҙабыҙмы?
Диктант яҙабыҙмы?

2024 йылдың 27 апрелендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Диктант Өфө ваҡыты буйынса сәғәт 11-ҙә башлана.

📎 Диктанттың өс кимәле бар:

— башланғыс кимәл;
— телде яҡшы кимәлдә белеү;
— төньяҡ-көнбайыш диалектты белеү.

Акция ике форматта үтәсәк:

⃣ Офлайн.

Һеҙгә алдан майҙансыҡ һайларға һәм теркәлергә кәрәк: vk.cc/cwhWAm.

⃣ Онлайн.

Трансляцияны БЮТ телеканалында, шулай уҡ уның социаль селтәрҙәрендә ҡарай алаһығыҙ. Дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡыясаҡ.

▫ ️ Сәғәт 11-ҙән 11 сәғәт 25 минутҡа тиклем –башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн.

▫ ️ 11 сәғәт 30 минуттан сәғәт 12-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусы ҡатнашыусылар өсөн.

▫ ️ 12 сәғәт 05 минуттан 12 сәғәт 30 минутҡа тиклем - төньяҡ–көнбайыш диалектын белгән ҡатнашыусылар өсөн.

Онлайн-форматтағы эштәр чат-ботта (vk.cc/cwhXhN) һәм электрон почта аша [email protected] ҡабул ителәсәк.

📃 Диктант яҙыу өсөн бланк – ошонда: vk.cc/cwhXxy.

Шулай уҡ үҙ майҙансығығыҙҙы теркәй (vk.cc/cwhYif) һәм диктанттарҙы тикшереү өсөн эксперт булараҡ теркәлә (vk.cc/cwhYnM) алаһығыҙ.

➡ Тулыраҡ мәғлүмәтте акцияның рәсми сайтында табырға мөмкин: vk.cc/cwhYqw.

Автор:
Читайте нас: