+24 °С
Ямғыр
Башҡорт атышы 93 метрҙан...
14 апрель Өфө районының Шамонин ауылында "Башҡорт атышы" тип аталған турнир үтте. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәренең батырлыҡтарына бағышлана турнирҙа Өфө, Ишембай, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Дәүләкән, Көйөргәҙе, Ғафури, Баймаҡ, Балаҡатай, Иглин, Ейәнсура районынан, шулай уҡ Татарстандан бөтәһе 60-лап уҡсы ҡатнашты.
Турнир үҙ эсенә 3 ярышты алды:
1) Башҡорт атышы-93 метр;
2) Тиҙ атыш-25 метр;
3) Командалар ярышы.
Шәхси беренселектә Рахманғолов Ғәфүр 1-се урын яулаһа, командалар ярышында Баймаҡтар 2-се урынды алды. Маҡсус бүләк өсөн атышта Ибраһимов Илдус иң мәргәне булып сыҡты һәм бүләккә ҡурай эләктерҙе.
Ятып ҡалғансы-атып ҡал!!!
Ғәфүр Рахманғолов.