Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Апрель 2024, 09:50

Йылы ла, ямғырлы ла

Кесе йома яуым-төшөм көтөлмәй, республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +18, +23°...

Йылы ла, ямғырлы лаЙылы ла, ямғырлы ла
Йылы ла, ямғырлы ла

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе, 16 апрелдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +11, +16°.

Шаршамбы, 17 апрелдә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төндә тиҙлеге секундына 3-8 метр, көндөҙ секундына 9-14 метрға етеүе мөмкин. Температура төндә 0, +5°, көндөҙ иһә +15, +20°.

Кесаҙна, 18 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй, республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +18, +23°.

Автор:
Читайте нас