+21 °С
Болотло
Башҡортостанда тәбиғәт янғындарын, шулай уҡ янғын сығыу хәүефен кәметеү өсөн республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Марат Латипов 27 апрелдән махсус бойороҡҡа тиклем республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итте.
Уның һүҙҙәренсә, янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар ҡуйыла (шул иҫәптән усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү тыйыла, граждандарҙың урмандарға барыуын сикләнә һәм башҡалар).
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әлеге тәҡдимде хупланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн штрафтар түбәндәгесә: