Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Апрель 2024, 11:50

"Йәшел Башҡортостан"ға әҙерлек бара

Йыл һайын район-ҡалабыҙҙа йәшелләндереү буйынса күп эштәр башҡарыла...

"Йәшел Башҡортостан"ға әҙерлек бара"Йәшел Башҡортостан"ға әҙерлек бара
"Йәшел Башҡортостан"ға әҙерлек бара

Быйыл яҙ «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 99 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Улар араһында 5 мең ирекмән, 7 меңдән күберәк ойошма бар. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова  ошо турала белдерҙе.

Акция барышында 8 меңгә яҡын ағас һәм 82 меңдән ашыу башҡа үҫентеләр ултыртыласаҡ, 72 яңы тематик аллея барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, алдағы акцияларҙа ултыртылған 1000 ағасты һәм 5400 ҡыуаҡты компенсацион йәшелләндереү планлаштырыла.

Ағас ултыртыу эштәре милли проект исемлегенә инә.

Автор:
Читайте нас