+24 °С
Ямғыр
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы,15 апрелдә яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ көнбайышта бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +9,+14°.
Шишәмбе, 16 апрелдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +2,+7°, көндөҙ +11,+16° була.
Шаршамбы, 17 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1,+6°, көндөҙ +15,+20°.