Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Апрель 2024, 15:30

Республика гәзит-журналдары Ырымбурға гуманитар ярҙам ебәрҙе

Көслө ташҡын арҡаһында Ырымбур өлкәһендә 13,5 меңгә яҡын йорт һәм 20 меңдән ашыу йорт алды участкаһы һыу аҫтында ҡалған, меңдәрсә кеше эвакуацияланған.   

Республика гәзит-журналдары Ырымбурға гуманитар ярҙам ебәрҙеРеспублика гәзит-журналдары Ырымбурға гуманитар ярҙам ебәрҙе
Республика гәзит-журналдары Ырымбурға гуманитар ярҙам ебәрҙе

Башҡортостандың дәүләт киң мәғлүмәт саралары журналистары күршеләргә ярҙам итеү өсөн гуманитар ярҙам йыйыу иғлан итте. 

 

Аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба, кейем, урын-ер кәрәк ярағы, шәхси гигиена әйберҙәре, электр сәйнүктәре һәм башҡа бик күп нәмәне Республика мәғлүмәт үҙәге - «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто филиалы коллективы бер нисә көн эсендә йыйҙы. Кисә Республика мәғлүмәт үҙәге вәкилдәре зыян күреүселәргә гуманитар ярҙам алып килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Сибай мәғлүмәт үҙәгенән хеҙмәттәштәребеҙ Орскиға гуманитар йөк алып ҡайтҡайны.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас