Новости
13 Апрель 2024, 05:45

Бөгөн - өмә!

Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге билдәле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи ерләнгән скверҙы ла тәртипкә килтерҙе...

Бөгөн - өмә!Бөгөн - өмә!
Бөгөн - өмә!

Бөгөн республика буйынса дөйөм өмә үтә. Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ла бар халыҡ тирә-яҡты таҙартырға сыҡты. 

Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре  лә өмәгә сығып, тәүҙә бинабыҙҙың тирә-яғын таҙарттыҡ. Артабан үҙ тәрбиәбеҙгә алған билдәле драматург Мирхәйҙәр Фәйзи ерләнгән скверҙы таҙарттыҡ. Бында шулай уҡ Граждандар һуғышы ваҡытында 8 Баймаҡ коммунисы һәм 11 венгр ҡыҙылармеецтары ерләнгән.

Редакция хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ был урынды тәртиптә тота. Бында һәләк булған кешеләр ятыуын онотмай, ошо урынды таҙа тотайыҡ. Мәрхүмдәрҙең рухын ҡәҙерләйек. 

Бөгөн - өмә!
Бөгөн - өмә!
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас