

Милли кухня һәм милли аш-һыуҙар - һәр кеше быуаттар буйына ҡәҙерләп һаҡлаған йолалар, уларҙы әҙерләү ысулын быуындан-быуынға юғалтмай тапшырған ҡәҙерле ҡомартҡы ул. Милли кухня иҫтәлекле урындар менән бер рәттән һәр илдең һәм халыҡтың "визит карточкаһы" булып тора.
Күп милләтле Башҡортостаныбыҙ халҡының да үҙенсәлекле милли аш-һыу төрҙәре бик күп. Улар - милли кухняның ғорурлығы һәм бөгөнгө көнгәсә байрам табындарының биҙәге булып тора. Башҡорт байрамдары үҙенсәлекле милли аштарһыҙ үтмәй: сәк-сәк, ғөбәҙиә, бишбармаҡ һ.б.
Ә Күгиҙел ауылы ҡыҙҙары Руфина Сәғитова, Айнагөл Әминева, Гөлмирә Нарынбаева һәм Эльвина Ғүмәровалар менән сәк-сәк бешереү серҙәрен өйрәндек. Иң оло байрамдарҙың береһе- Ураҙа ғәйете намаҙына, мәсеттә үткәрелгән сәй табынына әҙерләнек тәмлекәсебеҙҙе. Тәүгә генә бешереп ҡараһаҡ та тырышлығыбыҙ бушҡа булманы.Күмәкләгән-яу ҡайтарған тигәндәй, күстәнәстәребеҙ әҙер. Сәк-сәк һәр саҡ милли байрамдарҙа, аяттарҙа башҡорттар өҫтәлен биҙәй. Милли ризыҡ әҙерләү йолалары быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Ошондай йолаларҙы балаларға тапшырып килеү, беҙҙең йәш быуынды милли рухта тәрбиәләргә ярҙам итә, ғаилә ҡиммәттәрен белеү,тыуған төйәкте һөйөүгә булышлыҡ итә.