Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Апрель 2024, 12:02

Ял көндәрендә республикала ямғырлы һәм йылы була

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, йома, 5 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ-көнбайышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы +10, +15°. Шәмбе, 6 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш яуыуы ихтимал. Ә инде 7 апрелдә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, йома, 5 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ-көнбайышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы +10, +15°.

Шәмбе, 6 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, төньяҡтан талғын. Төндә -1, +4°, көндөҙ +3, +8°, көньяҡта +9, +14° йылы була.

Йәкшәмбе, 7 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, +3°, көндөҙ +6, +11°.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Урал аръяғында ҡотҡарыусылар һыу баҫҡан урындарҙан халыҡты эвакуациялай.

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-05/v-bashkirii-v-blizhayshie-vyhodnye-budet-dozhdlivo-i-teplo-3715358

Фото: "Башинформ"

Ял көндәрендә республикала ямғырлы һәм йылы була
Ял көндәрендә республикала ямғырлы һәм йылы була
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас