Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың 2023 йылдағы отчетын Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары бер тауыштан ҡабул итте.
Аптырарға түгел. Үҫеш күрһәткестәре, ысынлап та, насар түгел. Инвестицияларҙың артыуы, эшһеҙлектең һәм ярлылар һанының түбән булыуы, төҙөкләндереү программаһы... Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, тыуым түбән, район юлдарының торошо, медицина сифаты... Республика үҫешә, Хөкүмәт иһә уларҙы хәл итә.
Беҙҙең Баймаҡ районы ла йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамланы. Районда бик күп төҙөлөш эштәре атҡарылды. 2023 йылда Иҫке Сибайҙа 375 урынға иҫәпләнгән мәктәп, Баймаҡта 300 урынлыҡ балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды. Темәстә музейҙы реставрациялау һәм
яңыртыу тамамлана. Шул уҡ ваҡытта ҡалала боҙ аренаһын, Темәстә физкультура-һауыҡтырыу комплексын, Урғаҙала социаль-мәҙәни үҙәкте төҙөү дауам итә. Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе, 4-се лицей, Ниғәмәт һәм Беренсе Төркмән мәктәптәренә капиталь ремонт үткәрелде. Баймаҡта “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса С.Юлаев проспектындағы 13,15,17-се йорттар һәм М.Йәлил урамындағы 17-се йорт алдарында ҙур
эш атҡарылды. “Уңайлы ҡала мөхите” программаһына ярашлы Тыныслыҡ урамында йәйәүлеләр зонаһы һәм йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелде. Шулай уҡ Әлибаев урамындағы 51-се һәм Еңеү урамындағы 9-сы йорттарҙың ҡыйыҡтары ремонтланды. Темәс–Әмин–Үрге Иҙрис–Түбәнге Иҙрис–Ҡолсора-Муллаҡай, Сәйғәфәр–Йомаш–Юлыҡ–Ишбирҙе, Урғаҙа–Янғаҙы–Ишмөхәмәт ҡасаба-ара газ үткәргестәре төҙөү буйынса эш алып барылды. Догазификация программаһына райондың 32 ауылы индерелде. Әле Һәмән, Күгиҙел, Үрге Яйыҡбай, Һаҡмар һәм Ҡыуат ауылдарында урам һәм ҡасаба-ара селтәрҙәр төҙөү буйынса проект документтары әҙерләнә. 2023 йылда Төркмән мәҙәниәт йортона 14,3 млн һумға капиталь ремонт яһалды. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса Байыш, Ишмырҙа, Таулыҡай һәм Сәйғәфәр мәҙәниәт йорттарына ремонт
үткәрелде.
Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереү район хакимиәтенең иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Бөгөн районда 14 ауыл хужалығы ойошмаһы, 215 КФХ, 19 кооператив, 17 мең шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. 2023 йылда бөтә төр хужалыҡтарҙа 6007,89 млн һумлыҡ тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән. Үҫемлекселек тармағы өлөшөнә тулайым продукцияның 40,6 проценты тура килә.
Районда бөтәһе 127 мең гектар һөрөнтө ер бар. Былтыр сәсеү майҙаны 113,4 мең гектарҙы тәшкил итте, шуның 94,9 мең гектарында яҙғы сәсеү эштәре атҡарылды. Шул иҫәптән иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар – 75,1 мең, техник культуралар – 5,1 мең, мал аҙығы культуралары 10,7 мең гектарҙы биләне. Барлығы 159,2 мең тонна ашлыҡ йыйып алынды, был үткән осорға ҡарағанда 28,15 процентҡа кәмерәк булды. Ә инде
2021 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 3,7 тапҡырға күберәк тәшкил итте. Уңыш гектарынан 21 центнер булды.
2023 йылда район хакимиәте тарафынан һатып алыу процедуралары һөҙөмтәләре буйынса 374402 мең һумға муниципаль контракттар төҙөлдө. Райондың 88 төбәгендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу ойошторолдо (район буйынса – 10, ҡалала 7 маршрут бар). Баймаҡта – 125, ауыл биләмәләрендә 221 ҡый йыйыу урыны булдырылған.
Быларҙың барыһы ла Республика Башлығы Радий Хәбировтың хәстәрлеге менән башҡарылды.