Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Апрель 2024, 10:15

Ҡапыл күтәрелгән һыу машинаны алып китә

Водитель һәм ике пассажир йөҙөп барған машинанан сығып өлгөрә...

Бөгөн төндә Хәйбулла районының Маҡан ауылында Магнитогорск ҡалаһы яғынан Ырымбур яғына китеп барған машинаны ҡапыл күтәрелгән һыу алып китә. Водитель тыйылған знакты инҡар итеп юлын дауам иткән була. Водитель үҙе лә, ике пассажиры ла машинанан сығып өлгөрә. Йөҙөп киткән машинаны ҡотҡарыусылар эләктереп ала һәм сығара. Бының өсөн махсус техника йәлеп ителә. 

Был хаҡты БР ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте үҙ Телеграм каналында хәбәр итте.

Тыйылған, сикләү ҡуйылған юлдарҙан йөрөмәй тороғоҙ, зинһар! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас