Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Апрель 2024, 10:00

Ике быуын яугирҙәре осрашты

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ике быуын яугире - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла олатай Әблүзин һәм махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир менән осрашты...

Ике быуын яугирҙәре осраштыИке быуын яугирҙәре осрашты
Ике быуын яугирҙәре осрашты

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ике быуын яугире - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла олатай Әблүзин һәм махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир менән осрашты. Был хаҡта ул үҙенең битләүегендә яҙып сыҡты.

Шуныһы әһәмиәтле, Ғәйзулла олатай Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинаны азат иткән ҡанла яуҙа ҡатнаша, хатта ҡаты яралы батырҙы үлгән тип, уның исеме "Хәтер" китабына ла инә. Шуға күрә оло йәштәге ветераныбыҙ махсус хәрби операциялағы яугирҙәр менән бик теләп аралаша, барыһын да һораша. "Беҙ юҡ итеп бөтмәгән бендеровсыларҙы төбө-тамыры менән юҡ итегеҙ",-ти олатай. 

Яугирҙәребеҙҙең еңеү менән, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Ғәйзулла олатай, оҙаҡ һәм һаулыҡта йәшә!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас