Новости
3 Апрель 2024, 03:40

Башҡортостанда ташҡынға бәйле хәл тикшерелде

Ташҡын ғәҙәттәгенән иртәрәк башланасаҡ. Башгидрометта ошондай фараздар бирәләр. Сәбәбе - апрель башында аномаль йылытыу. Һауа торошо норманан 7 градусҡа юғарыраҡ була. Кисә БСТ телеканалы эфирында үткән брифингта яҙғы ташҡынға бәйле хәл тикшерелде.

Башҡортостанда ташҡынға бәйле хәл тикшерелдеБашҡортостанда ташҡынға бәйле хәл тикшерелде
Башҡортостанда ташҡынға бәйле хәл тикшерелде

Ашығыс ведомство, шулай уҡ Роспотребнадзор һәм Экология министрлығы етәкселәре йәлеп ителде. Башгидрометта белдереүҙәренсә, бындай фараздар Урал аръяғына ҡағыла, унда Урал йылғаһының кимәле норманан 50-100 сантиметрға юғарыраҡ булыуы көтөлә.

15 марттан 1 апрелгә тиклем техникаға республика һәм муниципаль тикшереүҙәре үткәрелде. Был осорға беҙҙә 15 меңдән ашыу кеше, 3 меңдән ашыу берәмек махсус техника әҙерләнгән.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары. 

Хөкүмәттә белдереүҙәренсә, иң насар күҙаллауҙар буйынса 313 тораҡ пунктта 22 меңдән ашыу йортто һыу баҫыуы мөмкин. Бөтә көстәр һәм саралар юғары әҙерлек режимында. Кәрәк булғанда бындай ҡаза көтөлгән райондарға эсәр һыуҙы ташыу ойоштороласаҡ.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, иҫкәртеү саралары тамамланған, атап әйткәндә, йылғаларҙа боҙ шартлатыу эштәре. Әле мониторинг бара. Роспотребнадзорҙа шул уҡ ваҡытта һыу баҫҡан урындарҙа төрлө ауырыуҙарҙың таралыу хәүефе хаҡында иҫкәрттеләр. Был йорттарға төрлө кимереүселәрҙең эйәләүе менән дә бәйле.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас