Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Апрель 2024, 11:25

Тағы ла томан төшәсәк

3 апрелдә төндә һәм иртән урыны менән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк...

Башҡортостанда тағы ла хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 3 апрелдә төндә һәм иртән урыны менән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк.

Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 1-6 метр, көндөҙ урыны менән секундына 14 метрға тиклем етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +9, +14°.

Автор:
Читайте нас