Новости
2 Апрель 2024, 04:25

Командованиеның рәхмәт хаты килде

Яугирҙәргә барып еткән ярҙам өсөн Рәхмәт хаттары килеп төштө...

Командованиеның рәхмәт хаты килдеКомандованиеның рәхмәт хаты килде
Командованиеның рәхмәт хаты килде

Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла булған яугирҙәребеҙгә сираттағы ярҙамын алып барып тапшырҙы. Был изге эштә бар ойошма-предприятие, һәр ауыл биләмәһе ҡатнашты. Яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр алып барыуға бар көс һалынды.

Бөгөн район башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙербаев үткәргән кәңәшмәлә ошо эштә айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәткән Баймаҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы начальнигы Фәнүр Байсуринға командованиенан килгән Рәхмәт хаты тапшырылды. Ошондай уҡ Рәхмәт хаты район башлығы Фәнис Әминевҡа ла бар. 

Яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн бар көсөн һалған бар яҡташтарыбыҙға ла иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас