Новости
2 Апрель 2024, 04:15

Ер ишелеп төшкән

Һәм был беренсе осраҡ түгел...

Ер ишелеп төшкәнЕр ишелеп төшкән
Ер ишелеп төшкән

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 1 апрелдә Өфөнөң Бехтерев урамында ер ишелеүе тураһында хәбәр иткәндәр.

«Мәғлүмәт Өфөнөң Киров районы хакимиәтенә еткерелде. Күсмә кәңәшмә була, шунан һуң артабанғы саралар күреү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Соҡорҙоң ситендә гараждар тора, милекселәрҙе асыҡлайҙар», — тип белдерҙеләр  республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Һуңғы йылдарҙа баш ҡалала ер ишелеп төшөүе тураһында мәғлүмәттәр булып тора.

Автор:
Читайте нас