+24 °С
Ямғыр
Ил етәксеһе Владимир Путин запаста булмаған 18-30 йәшлек граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән норматив акттарҙы рәсми баҫтырып сығарыу порталында танышырға мөмкин.
Указға ярашлы, яҙғы саҡырыу кампанияһы 2024 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем дауам итәсәк. Бөтәһе 150 мең кешене хеҙмәткә алыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланған егеттәр хәрби хеҙмәттән азат ителергә тейеш.