Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Март 2024, 12:58

Беренсе Төркмән мәктәбенә –100 йыл

Бай тарихлы белем усағы оло юбилейын билдәләй

Беренсе Төркмән мәктәбенә –100 йылБеренсе Төркмән мәктәбенә –100 йыл
Беренсе Төркмән мәктәбенә –100 йыл

Тарих йылъяҙма- һында айырым урын алып тора

Беренсе Төркмән мәктәбе үҙенең ойошторолоуының бер быуатлыҡ олпат юбилейын билдәләй. Ә инде мәктәп тарихы алыҫ йылдарға барып тоташа.

Архив документтарына күҙ һалһаҡ, XIX быуаттың беренсе яртыһында уҡ Төркмәндә мәсет булған һәм уны төбәктә билдәле имам-хатип Мөхәмәтшафиҡ Яҡшыдәүләтов, имам һәм мөғәллим Күсәрбай Йомағужин һәм мөьәзин Йыһанша Ишалин кеүек дини шәхестәр етәкләгән. Улар махсус рәүештә мәҙрәсәгә уҡытырға ебәрелгән һәм һуңынан Төркмәнгә эшкә йүнәлтелгән.

ХХ быуат баштарында совет мәктәбе асылғанға тиклем имам һәм мәғәллим Мәсәғүт хәҙрәттең исеме киң билдәле булған. Уның ҡулында атаҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәре Ғата Сөләймәнов һәм Кәрим Дияров белем алған.

Ауылда совет мәктәбе 1923 йылдан эшләй башлай, әммә тейешле ҡоролмалар булмау сәбәпле балалар өйҙә уҡытыла.

Кадрҙар һәм кәрәкле бина булмауы арҡаһында төрлө йәштәге балалар бергә белем ала. Ә инде ике бүлмәле, 1-4-се кластарға бүлеп уҡытҡан мәктәп 1928 йылда ойошторола. Әҙеһәм Ғибәҙуллин, һуңғараҡ Кәрим Дияров, Мотаһар Һөйәрғолов, Мөхтәр Шырмаев тәүге уҡытыусылар булып һанала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәптә Ғаяз Баязитов, А.Яҡшығолов, Сәкинә Исламғолова, С.С. Самарбаев һәм башҡалар уҡытыусы булып эшләй.

1965 йылда “Ирәндек” совхозы менән ойошторолоу менән Төркмән ауылы үҙенең икенсе һулышын кисерә. Башҡа социаль-мәҙәни учреждениелар менән бер рәттән, башланғыс мәктәп тә 8 йыллыҡҡа үҙгәртеп ҡорола, ә инде 1967 йылда ул урта мәктәп булып китә. 1975 йылда яңы типовой мәктәп файҙаланыуға тапшырыла.

Үҙенең эшмәкәрлек осоронда Беренсе Төркмән мәктәбе район, республика һәм ил кимәлендә танылған шәхестәр үҫтереп сығара. 1974-2023 йылдарҙа мәктәпте

2000-дән ашыу уҡыусы та-

мамлай. Улар араһында Фир-

ғәт Байрамғолов, Зифа Бая-

зитова, Нәсимә Ғиззәтулли-

на, Замир Күсәбаев, Ғата

Сөләймәнов, Радик Иҙрисов,

Әбделхәй Талипов, Лилиә

Халиҡова, Гөлназ Хәсәнова,

Булат Байрамғолов, Юнир

Исхаҡов, Фәйрүзә Абдуллина,

Фәриҙә Кәримова, Рәшиҙә

Һөйәрғолова, Рөстәм Ғәби-

тов, Илшат Абдуллин, Илшат

Ишморатов, Гөлсинә Ишмо-

ратова һәм башҡа бик күп-

тәр мәктәптең ғорурлығы бу-

лып һанала.

Ошо йылдар эсендә Бе-

ренсе Төркмән мәктәбендә

Фитрат Өмөтбаев (1946-

1954 йылдарҙа), Ғаяз Бая-

зитов (1964-1965), Миҙхәт

Аҫылбаев (1968-1970), Әк-

рәм Арыҫланбаев (1970-

1971), Әкрәм Аҡмурзин

(1971-1972), Айрат Байышев

(1972-1975), Айҙар Хөсә-

йенов (1975-1986), Йәүҙәт

Мөхәмәтйәров (1986-1988),

Ришат Фәтхуллин (1988-

1990), Рим Исхаҡов (1990-

2000), Ирек Кәримов (2000-

2001), Илдар Йосопов (2001-

2005), Азат Әхмәтов дирек-

тор булып эшләй. Башҡор-

тостан Республикаһының ат-

ҡаҙанған мәғариф хеҙмәткә-

ре Зәһүрә Ҡаһарманова иһә

бына ун һигеҙ йыл инде мәк-

тәп коллективын уңышлы етәк-

ләй. Әйткәндәй, белем уса-

ғын үҫтереүгә һәр етәксе үҙ

өлөшөн индерә.

Мәктәптә балаларға үҙ

эшенең ысын оҫталары,

БАССР-ҙың һәм Башҡортос-

тандың атҡаҙанған уҡытыусы-

лары, Рәсәйҙең һәм Башҡор-

тостандың мәғариф алдынғы-

лары булып танылған педа-

гогтар белем бирә. Улар

араһында Рима Хөсәйенова,

А.С. Ҡадырова, Роза Ишмо-

ратова, Заһира Сабаева,

Таһира Йәнбәкова, Миңнур

Төхвәтуллина, Мәймүнә Иш-

килдина, Миҙхәт Байрам-

ғолов, Таңһылыу Әүәлбаева,

Рәшиҙә Йәләлетдинова, Әл-

фиә Нәбиуллина һәм башҡа-

ларҙың исеме айырым урын

алып тора.

Заман талаптарына

яуап биргән уҡыу

йорто

Зәһүрә Ҡаһарманова

етәкләгән Беренсе Төркмән

урта мәктәбе уҡытыу-тәр-

биә биреү процесында яҡшы

һөҙөмтәләргә ирешкән, бай

матди-техник базаға эйә

булған заманса уҡыу йорт-

тарынан һанала. Һуңғы

йылдарҙа “Мәғариф” милли

проекты сиктәрендә мәктәп

ҙур үҙгәрештәр кисерҙе.

2015 йылда “Уңайлы мөхит”

проекты ярҙамында пандус-

тар алмаштырылды, сенсор

кабинетына яңы ҡоролма-

лар алынды, 2017 йылда

иһә “Ауыл ерендә спортты

үҫтереү” программаһы бу-

йынса мәктәптең спорт за-

лына капиталь ремонт яһал-

ды. 2018 йылда иһә “Урын-

дағы башланғыстарҙы яҡ-

лау” программаһы ярҙа-

мында Беренсе Төркмән

һәм Әхмәр мәктәптәренең

тәҙрәләре яңыртылды. 2019

йылда инде бындай эштәр

Оло Басайҙа атҡарылды.

2019 йылда барлыҡ мәк-

тәптәрҙә санузелдар ремонт-

ланды.

2019 йылда Беренсе

Төркмән мәктәбендә “Үҫеш

нөктәһе” гуманитар һәм

һанлы технологиялар үҙәге

асылды. Балалар 3Д прин-

терҙа эшләй, квадрокоп-

терҙар менән идара итә,

виртуаль шлем кейеп сәйә-

хәт яһай, шахмат менән

шөғөлләнә, манекендарҙа

тәүге медицина ярҙамы күр-

һәтергә өйрәнә.

Былтыр “Белем биреүҙең

мәктәп системаларын модер-

низациялау” федераль про-

екты ярҙамында капиталь

ремонт үткәрелде. Ремонт

эштәре өсөн – 46 млн,

йыһаздар һәм ҡоролмалар

алыуға – 7 млн, мәктәп

биләмәһен төҙөкләндереүгә

4 млн һум аҡса бүленеп,

хәҙер инде Беренсе Төрк-

мән мәктәбен танырлыҡ та

түгел – ул үҙенең күркәм-

леге, бөтөн талаптарға

яуап биреүе менән хайран

итә. Әйткәндәй, Башҡор-

тостан Республикаһы Баш-

лығы Радий Хәбиров былтыр

йыл аҙағында Беренсе Төрк-

мән ауылында эш сәфәре

менән булды һәм мәктәп

менән яҡындан танышты. Ул

белем усағына юғары баһа

бирҙе, капиталь ремонттың

яҡшы атҡарылыуын һыҙыҡ

өҫтөнә алды. Республика

етәксеһе мәктәп директо-

ры Зәһүрә Ҡаһарманова

һәм уның коллективының

эште яҡшы ойоштороуҙарын

билдәләне.

Бөгөн мәктәптә 106 бала

уҡый, уларға 15 педагог

белем бирә. Башланғыс клас-

тар уҡытыусылары Фәймә

Ихсанова, Гөлсинә Манна-

пова, Әлмира Өмөтбаева,

математика уҡытыусыһы Ма-

рина Әхмәтова, физиканан

белем биреүсе Әминә Бай-

тимерова, рус теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ

Баймурзина, башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Гөлбаныу Ласынова, инглиз

теле уҡытыусыһы Әлфиә

Аҫылбаева, биология һәм

химиянан белем биреүсе

Сәүиә Мәҡсүтова, тарих

һәм йәмғиәтте өйрәнеү,

ОБЖ уҡытыусыһы Айнур

Рәсүлев, физкультура уҡы-

тыусыһы Азат Әхмәтов,

география, рус теле уҡы-

тыусыһы һәм тәрбиәүи эш

буйынса кәңәшсе Таңсул-

пан Мәҡсүтова, китапхана-

сы, педагог-психолог Дилә

Ирғәлина, директор урын-

баҫарҙары Фәзимә Ниғмә-

туллина һәм Әлмира Өмөт-

баева үҙ иңдәренә йөкмә-

телгән бурысты лайыҡлы

атҡара, рухлы һәм белем-

ле быуын тәрбиәләүҙә ал-ял

белмәй эшләй. Хужалыҡ эш-

тәре буйынса идарасы Мө-

нирә Атанғолова, ашнаҡ-

сылар Сания Мостафина,

Нурия Вәлитова, йыйышты-

рыусылар Фирүзә Рәсүлева

һәм Гөлсирә Рахманғолова,

ярҙамсы эшсе Рәмил Рах-

манғолов, водитель Әхсән

Халиҡов намыҫлы хеҙмәт-

тәре менән хаҡлы абруй

ҡаҙанған. Бынан тыш, бала-

лар ижады үҙәгенән ике пе-

дагог волейбол һәм ҡурай

түңәрәктәре алып бара.

Бай тарихлы белем усағы оло юбилейын билдәләй

Беренсе Төркмән мәктәбенә 100 йыл

Педагогик коллектив

Марина Әхмәтова дәрес ваҡытында

Мәктәп директоры

Зәһүрә Ҡаһарманова№9 (3162), 28 февраль, 2024 йыл

Һаҡмар 7

“Үҫеш нөктәһе” эшләй, 3Д

принтер, шашка, виртуаль

өлкә буйынса түңәрәктәр ҙә

бар. Уҡыу йортоноң Әх-

мәр, Иҫәнбәт һәм Оло Басай

ауылдарында филиалдары һәм

4 мәктәпкәсә белем биреү

төркөмдәре эшләп килә. Мәк-

тәпкәсә белем биреү төркөм-

дәрендә 78 бала тәрбиәләнә.

Ҡаҙаныштары менән

ғорурлана

Беренсе Төркмән мәктә-

бенең уҡытыу-тәрбиә проце-

сындағы ҡаҙаныштары етер-

лек. Һуңғы йылдарҙа ғына

белем йортон 10 уҡыусы ал-

тын һәм көмөш миҙалдарға

тамамлаған. Шулар араһы-

нан Ләйсән Сәйетова, Миң-

легөл Мәсәлимова, Регина

Ғибәҙәтова, Регина Ҡужина,

Гөлназ Мусина, Нәркәс Әми-

нева, Миләүшә Әхмәтшина

алтын миҙалға лайыҡ булған.

Мәктәп уҡыусылары пред-

мет олимпиадаларында яҡшы

һөҙөмтәләргә ирешә, район

кимәлендәге этаптарҙа еңеү-

ҙәр яулай. Берҙәм дәүләт им-

тихандары һәм дөйөм дәү-

ләт имтихандары буйынса ла

бында һөҙөмтәләр яҡшы.

Уҡыу йорто үҙенең спорт

ҡаҙаныштары менән дан то-

та. Азамат Әхмәтов, Илнар

Ҡолмөхәмәтов шашка бу-

йынса Урал аръяғы чемпи-

ондары булып танылған, хат-

та Бөтә Рәсәй кимәлендә лә

уңышлы сығыш яһайҙар. Улар

йыл да район, Урал аръяғы

төбәге, республика һәм Бөтә

Рәсәй турнирҙарында еңеү-

ҙәр яулап ҡайта. 3-сө класс

уҡыусыһы Миләүшә Яҡупова

рус шашкаһы буйынса Урал

аръяғы төбәгендә чемпион

булып танылды. Ошо спорт

төрө буйынса мәктәптең уҡыу-

сылар командаһы район тур-

нирында 1-се урынды яула-

ны. Был тәңгәлдә педагог

А.Ә. Әхмәтовтың хеҙмәте ҙур.

Шул уҡ ваҡытта малай-

ҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың фут-

бол командалары район спар-

такиадаһында беренсе һәм

икенсе урындарҙы алыуға

иреште. Ҡыҙҙарҙың баскет-

бол буйынса командаһы ла

зона ярыштарында алдынғы-

лыҡты бирмәне. Уҡыусылар-

ҙың район спартакиадаһын-

да төркмәндәрҙең волейбол

командаһы (етәксеһе А.Ә.

Әхмәтов) һынатманы. 2011-

2012 йылғы малайҙарҙың

волейбол командаһы (етәксеһе

Ә.М. Ҡадыров) районда бе-

ренсе урынды яуланы.

“Үҫеш нөктәһе” буйынса

“РОБОПРОМ-2023” юғары

технологиялар республика

фестивалендә Салауат Тләү-

ҡабулов финалға сығыуға

иреште. Уны ярыштарға Ф.Н.

Ихсанова әҙерләгән.

Былтыр танылған педагог

һәм яҙыусы Азамат Тажет-

диновтың тыуыуына 85 йыл

тулыуға арналған республи-

ка ижади конкурсында 7-се

класс уҡыусыһы Нурания Ҡа-

һарманова “Проза” номина-

цияһында 2-се урынға лайыҡ

булды (етәксеһе З.С. Ҡаһар-

манова).

Үҙ эшенең

ысын оҫтаһы

Фәзимә Ниғмәтуллинаның

барлыҡ хеҙмәт һәм тормош

юлы тыуған ауылы менән

бәйле. Беренсе Төркмән мәк-

тәбендә белем алғанда уҡ

ул үҙен әүҙем йәмәғәтсе

итеп таныта, дружина советы

рәйесе, мәктәптең комсомол

ойошмаһы етәксеһе була.

Мәктәпте тамамлағас, унда

өлкән пионервожатый булып

хеҙмәт юлын башлай. 1982

йылда Башҡорт дәүләт педа-

гогия институтының сит тел-

дәр факультетына уҡырға

инә. Артабан Әхмәр мәктә-

бенә эшкә йүнәлтелә. 1989

йылдан инде Фәзимә Кин-

йәбай ҡыҙы туған мәктә-

бендә инглиз теленән белем

бирә, юғары категориялы уҡы-

тыусы.

Уның уҡыусыһы Нәркәс

Әминева Бөтә Рәсәй олим-

пиадаһының муниципаль эта-

бында биш йыл рәттән при-

зер һәм еңеүсе булып та-

ныла. Бөгөн тәжрибәле пе-

дагогтың юлын дауам итеүсе

уҡыусылары ла байтаҡ. Улар

беҙҙең районда ғына түгел,

республикабыҙҙың төрлө тө-

бәктәрендә уңышлы эшләй.

Ф.Ниғмәтуллина 2022 йылда

“Башҡортостан Республика-

һының иң яҡшы предмет

уҡытыусыһы” конкурсында

1-се урынды яуланы.

2012 йылдан Ф.К. Ниғ-

мәтуллина уҡытыу-тәрбиә эше

буйынса директор урынбаҫа-

ры вазифаһын уңышлы атҡа-

ра. Мәктәп уҡыусыларының

берҙәм дәүләт имтихандарын

уңышлы тапшырыуында, төрлө

конкурстарҙа урын яулауҙа-

рында уның да өлөшө ҙур.

Ижади эшләүсе китапханасы

Китапханасы Дилә Ирғәлинаны коллективта үҙ эшенәижади ҡарағанхеҙмәткәр булараҡ беләләр.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын т а м а м л а ғ а н Дилә Фитрат ҡыҙы урындағы мәктәптә оҙаҡ йыл-дар китапханасы булып эшләй һәм ул коллегаларының, уҡыусыларҙың хаҡлы ихтирамын яулаған.

Дилә Ирғәлина үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡара, төрлө тематик сараларҙан тыш уҡыусыларҙы бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡыра һәм әҙерләй. “Бар уңыштың нигеҙе – тырышлыҡта”, – тип өйрәтә ул балаларҙы һәм һәр ваҡыт призлы урындар яулауға ирешә. Мәҫәлән, “Иң яҡшы китап уҡыусы” рес-публика конкурсында, “Киләсәк кешеһе: проблемалар һәм перспективалар” Бөтә Рәсәй ғилми-практик, 112-се Башҡорт атлы дивизияһына арналған төбәк ғилми-практик конференцияларҙа, “Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады” исемле ижади проекттар буйынса республика конкурсында, “Башҡортостан ынйылары” театральфольклор төркөмдәре араһындағы республика конкурсының район этабында еңеп сыҡтылар. Район кимәлендә

үткәрелгән “Йәш китап уҡыу-

сы”, “Мостай һүҙе” шиғырҙар

конкурстарында ла уҡыусы-

лары еңеүсе булды.

Йыл һайын ойошторолған

“Китап уҡыусы ата-әсәләр –

китап уҡыусы балалар” рес-

публика конкурсының район

һәм республика этаптарында

уҡыусылары һынатманы.

Дилә Фитрат ҡыҙы БДУ-

ның Сибай институтында пси-

холог һөнәрен дә үҙләште-

реп, педагог-психолог та бу-

лып эшләй. Психология фә-

ненә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡ-

сатында уҡыусыларҙы тап

ошо йүнәлештә үткәрелгән

олимпиадаларға әҙерләй.

Уҡыусылары Сибай инсти-

туты үткәргән “Психология

без границ” олимпиадаһында

йыл һайын еңеүсе булып таныла.

Дилә Ирғәлина мәктәп тормошонда ғына түгел, ауыл һәм райондың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлеге, мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкәне өсөн төрлө кимәлдәге Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Юғары һөҙөмтәләргә ирешә

Беренсе Төркмән мәктәбенең юғары категориялы математика уҡытыусыһы Марина Әхмәтова үҙен эшенә бик яуаплы ҡараған, педагог итеп танытты. Уның дәрестәре ойошҡанлы, юғары һөҙөмтәле, ҡыҙыҡлы үтеүе менән айырылып тора. Уҡытыусы тарафынан булдырылған алгоритмдар буйынса мәсьәләләрҙе сисеү системаһы уҡыусыларға белемде үҙләштереү өлкәһендә юғары кимәлгә күтәрелергә ярҙам итә, үҙ һөҙөмтәләрен бирә.

Марина Риф ҡыҙы ижади заданиеларҙы һайлау һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлә. Был иһә математика өлкәһендә генә түгел, ә берҙәм дәүләт имтихандарында һәм дөйөм дәү-

ләт имтихандары тапшырған ваҡытта ла үҙенең тос емештәрен бирә. Тәжрибәле педагог һәләтле уҡыусылар менән айырым шөғөлләнеп, уларҙы олимпиадаларға һәм төрлө кимәлдәге конкурстарға әҙерләй. Уның тәрбиәләнеүселәре Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм олимпиадаларҙа еңеүсе булып таныла. Ю.Гагарин исемендәге республика уҡыусыларының олимпиадаһында уҡыусылары әүҙем ҡатнашҡаны һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн М.Р. Әхмәтова Почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Ул ошо мәртәбәле бәйгенең район этабындағы жюри составына ла индерелде.

Класс етәксеһе булараҡ, уҡыусыларын эшһөйәр, яуаплы, изге күңелле итеп тәрбиәләүгә күп көс һала. Шул уҡ ваҡытта педагогтар, уҡыусыларҙың үҙидараһы һәм ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Коллегалары һәм уҡыусылары араһында ҙур абруй менән файҙалана.

Марина Риф ҡыҙы үҙенең бай тәжрибәһе менән район кимәлендә лә йыш сығыш яһай, коллегаларына оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтә. Ул математика, физика һәм информатика буйынса методик берекмә етәксеһе лә булып тора. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Бер быуатлыҡ юбилейын билдәләүсе Беренсе Төркмән мәктәбе ысын мәғәнәһендә бай тарихҡа эйә һәм ул ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Оло тормошҡа бихисап йәш йөрәкте әҙерләгән, тейешле белем һәм матур тәрбиә биргән абруйлы уҡыу йортоноң киләсәге яҡты булыр, тигән ныҡлы өмөт һәм ышаныс бар. Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас